Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы
Асҡар ауылы «Миләш» балалар баҡсаһы
Темаһы :«Бишек йыры »
(Йүнәлеш :Балаларға башҡорт халыҡ йолаларын һәм традицияларын өйрәтеү)
Асыҡ дәрес өлкәндәр төркөмөнә
Әҙерләне:музыка етәксеһе
Рәхматуллина Линара Ғәфүр ҡыҙы
Асҡар
Маҡсат:Бишек йырҙарын өйрәтеү, тыңлау. Бишек йырҙары аша балаларҙың психологик сәләмәтлеген нығытыу.
Һүҙлек эше: Аппағым, йомшағым, бәләкәсем, күҙ нурым, алмаҡайым.
Дәрес барышы.
Тәрбиәсе. Һаумыһығыҙ, тип башлайыҡ әле,
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, өләсәйҙәр,
Күңелебеҙ шундай шатлана.
Беҙ үҙебеҙ ыңғай сифаттар тәрбиәләргә ынтылырға тейешбеҙ.Донъяға сабый тыуа.Сабыйҙы ҡаршы алғанда матур теләктәр менән ҡаршы алалар.
-Төклө аяғың менән, сабыйым. Сөбханалла- машалла.Бәхетең- тәүфиғың м енән,балаҡай.Изге сәғәттәрҙә, Раббым, рәхмәттәреңде киң ҡыл! Ата-әсәңә, туғандарыңа шәфҡәтле, мәрхәмәтле бала бул.
-Һәр ата-әсә балаһының бәхетле, әҙәпле, тәртипле булып үҫеүен теләй.Шуға күрә уны бишектә ваҡытта уҡ тәрбиәләй башлай.
-Нисек тәрбиәләй? (бишек йырҙары аша).
Балалар. Бишек йырҙары аша.
Тәрбиәсе.Ә хәҙер балаларҙан сәхнәләштерелгән «Сысҡан балаһы” тураһында сценка ҡарағыҙ.
Сценка.
Сысҡан әсәй. Бишек йырын йырлай.(музыка яңғырай).
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Әлли-бәлли-бәү.
Мин һаман да һинең янда
Әлли-бәлли-бәү!
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Әлли-бәлли-бәү.
Мин һаман да һинең янда
Әлли-бәлли-бәү!
Сысҡан балаһы.Йырлама миңә ул йырыңды.
Сысҡан әсәһе.Ярай ,улайһа, мин икенсене саҡырырмын.
(Әсәһе сығып китә.Ат инә).
Ат.Ҡолонсағым йоҡла инде,
Әсәйеңде тотма инде.
Йоҡоң туйһа килермен,
Һоло Һалып бирермен.
Сысҡан балаһы.Юҡ, миңә был йырҙа оҡшамай, миңә һоло кәрәкмәй.
(Ат сығып китә,Бесәй инә).
Бесәй.Мырау-мырау йом күҙеңде,
Яратырмын үҙеңде.
Мин баҙарға барырмын,
Һиңә ҡаймаҡ алырмын.
Сысҡан балаһы.Был йырҙа оҡшамай,мин ҡаймаҡ ашамайым.
(Бесәй сғып китә, тауыҡ килеп инә)
Тауыҡ.Йомшағым, һарыҡасым,
Йоҡла балам бәпесем.
Ҡарсығаны күҙләрмен,
Һиңә тары эҙләрмен.
Сысҡан балаһы.Мин һинең бәпкәң түгел, миңә үҙемдең әсәйем кәрәк!(Сысҡан әсәһе килеп инә).
Сысҡан әсәһе.Йоҡла балам бәпесем.
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Әлли-бәлли-бәү.
Мин һаман да һинең янда
Әлли-бәлли-бәү.(Сысҡан балаһы йоҡлап китә).
Тәрбиәсе.Балалар ,ҡайһылай тыңлауһыҙ сысҡан балаһы!Уға ат, бесәй, тауыҡ, әсәһе ниндәй матур йырҙар йырланылар?
Балалар.Бишек йыры.
Тәрбиәсе.Эйе, дөрөҫ. Әсәйҙәрегеҙ һеҙгә лә, бөтә күңелен биреп, бишек йырҙары йырлағандарҙыр, әйеме?
Балалар.Әйе.
Тәрбиәсе. Әйе бына бөгөн беҙгә өләсәйҙәр килгән ҡунаҡҡа, улар үҙҙәренең әсәйҙәренән ишетеп, уҙҙәренең балаларына бишек йырҙары йырлағандар. Бөгөн һеҙгә лә йырлап ишеттерәләр.
(Өләсәйҙәр бишек йырҙарын йырлайҙар , йәки һөйләп ишеттерәләр).
Йом-йом, балам ,йом күҙең,
Йоҡла, балам, күҙ нурым,
Шатлығым һин, матурым.
Аҡыллым һин, алтыным.
Әлли-бәлли, тиермен,
Бәхетле бул, тиермен,
Әкиәттәр һөйләрмен,
Матур көйҙәр көйләрмен.
Тәрбиәсе.Улар унда ниндәй генә иркә һүҙҙәр ҡулланмай: Аппағым, йомшағым, бәләкәсем, күҙ-нурым, алмаҡайым.
Әйҙәгеҙ, бергәләп был һүҙҙәрҙе ҡабатлап алайыҡ.
Балалар.Аппағым, йомшағым, бәләкәсем, күҙ-нурым, алмаҡайым.
Тәрбиәсе.Рәхмәт һеҙгә, өләсәйҙәр. Һеҙ үҙегеҙҙең йылылығыҙ һәм һөйкөмлөлөгөҙ аша, өйрәтәгеҙ беҙҙе һәр ваҡыт зирәк, аҡыллы, яҡшы, тәртипле, булырға.
Тәрбиәсе.Ғөмүмән, бишек йырҙары кешеләргә ихтирамлы, мәрхәмәтле булырға , ата- әсәне, туғандарҙы хөрмәт итергә һәм башҡа күркәм сифаттарға өйрәтә.
Мәҫәлән: Имәндән ныҡ бул,
Шыршылай бейек бул,
Ҡайындай аҡ бул,
Шишмәләй саф бул,
Ата-әсәле бул.
Алтын ҡанатлы бул,
Бай дәүләтле бул.(Ҡабатлайбыҙ бергәләп).
Тәрбиәсе.Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ.
(Ял тәнәфесе «Бала йоҡлатабыҙ бергәләп” .Төрлө хәрәкәттәр бала йоҡлатҡанда күрһәтәбеҙ.)
Тәрбиәсе. Әйҙәгеҙ уйнап та алайыҡ.
Бәйге «Әлли-бәлли, бәү-бәү”.(Бәйгелә өс ҡыҙ ҡатнаша.Улар баланы йүргәккә төрә һәм сиратлап бишек йыры йырлап уны йоҡлата.)
Әсәйҙәребеҙ бишек эргәһендә үткән йоҡоһоҙ төндәрен иҫкә алайыҡ.
Тәрбиәсе.Беҙҙең балаларыбыҙың тауыштары ниндәй матур, нисек матур йырлай улар.
Ҡайһы саҡта баланы әсәнең яғымлы, наҙлы бишек йыры ғына тынысландыра ала…эйеме, балалар.
Балалар.Әйе.
Тәрбиәсе.Беҙ уҙебеҙ әҙерләгән бишек йырында йырлап ишеттерәйек бергәләп.(Музыка яңғырай. “Әлли-бәлли,бәү,бәү” бишек йырын йырлайҙар).
Тәрбиәсе.Бөгөнгө дәресебеҙ бишек йырҙарына бағышланды, үҙегеҙгә күп мәғлүмәттәр алдығыҙ, балалар.
Ҡәҙерле өләсәйҙәр!Һеҙҙе етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ.Ғәиләләрегеҙгә, именлек, күңелдәрегеҙҙең тыныс булыуын теләйбеҙ. Һау булығыҙ, ҙур рәхмәт. Киләһе осрашҡанға тиклем.(Буләктәр тапшырабыҙ).
Балалар.Һау булығыҙ!

