Конкурсы ко Дню народного единства — 4 ноября

автор: Садриева Айгуль Фардатовна

учитель башкирского языка и литературы  МБОУ СОШ 8

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары. Ҡурай. Һан.

Садриева А.Ф.

МБОУ СОШ №8 г. Бирска, Республика Башкортостан

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары. Ҡурай. Һан.

Маҡсат. 

1) башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары тураһында мәғлүмәт биреү; 

2)  һандарҙы ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусыларҙы уйларға, фекер йөрөтөргә өйрәтеү; 

3) уҡыусыларҙа башҡорт халыҡ музыка сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.  Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай, компьютер, экран, проектор, БР флагы һәм гербы, ҡурайсылар, йырсылар, йырҙар тураһында видеояҙма, презентация, эпиграф.

 

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты

Ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғыры уҡыла (слайд 2).

“Һыҙҙырт ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,

Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,

Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,

Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын ”

(Ш. Бабич)

Уҡытыусы:

-Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Хәйерле көн”.Шиғырҙы тыңлағанда ниндәй хистәр тойҙоғоҙ?. Нимә тураһында ул шиғыр? 

Раиль Ғиззәтуллин башҡарған видеояҙманы ҡарау.

-Бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ?. Башҡорт милли музыка ҡоралы тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ?

( 2уҡыусы яуабы. Уҡыусылар яуапты әйткәндә, ҡурай, тауыштары яңғырай.)

-Әйе, килешәм. —5мин

Дәрестең темаһы Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары.Ҡурай. Грамматик тема. Һан. Ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ.

Дәрес аҙағында был муҙыка ҡоралы тураһында белемегеҙ тулыраҡ булыр, яңы мәғлүмәттәр алырһығыҙ.

 

2.Артикуляцион күнегеү

Уйна, ҡурай! Уйна, ҡурайҡайым, 

Күңел наҙла, Таң ҡалһын тау, урман, далаһы! 

Маҡтап данла сал Уралым илен 

Ҡурай тартсы, башҡорт балаһы! —5мин

 

Эйе, уҡыусылар, беҙҙең милли музыка ҡоралдары араһында иң данлыҡлыһы – әлбиттә, ҡурай. Бына ул ҡурай (күрһәтә). Ҡурай – башҡорт халҡының төп музыка ҡоралдарының береһе, уның юлдашы, серҙәше, яуҙашы. Бөгөн башҡорт ҡурайы милләттең символына әйләнде. Ҡурай һүрәтен ҡайҙа йыш күрәбеҙ. (Башҡортостан республикаһының Дәүләт гербында һәм флагында) ( һүрәттәрен элеү)

  • Эйе, ҡурайҙың ете тажы нимәне аңлата? (Ете ырыуҙы). Ә ҡурай берҙәмлек, татыулыҡ сиволы.

Салауат Юлаев – батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булһа, ҡурай – хистәр ташҡыны, моңдар даръяһы. Ҡурай – башҡорт халҡының бик борондан, быуындан быуынға аманат итеп тапшырылған музыка ҡоралы.

3.Һүҙлек эше. Беҙ ябай һандарҙың яҙылышын беләбеҙ. Бөгөн ҡушма һандарҙы ла яҙырға өйрәнербеҙ. 

1.Нисә? күпме? — сколько

илле дүрт — пятьдесят четыре

егерме бер-двадцать один

музыка ҡоралы —  музыкальный инструмент

думбыра — домбра

ҡумыҙ — кубыз

2.Башҡортостан картаһы буынса һорауҙар: Слайдта карта һүрәте

Башҡортостанда нисә ҡала бар?

Нисә район? ( һандар менән яҙырға) Слайдта тикшереү

54 – илле дүрт (50 һәм 4)

21 – егерме бер (20 һәм 1)

4674 – дүрт мең алты йөҙ етмеш дүрт

 

4.Дәреслектә эш .Текст менән эш.

-Укыусылар, текстта һандарҙы табығыҙ. Улар ниндәй һорауға яуап бирә? Тимәк, һан тип ниндәй һүҙ төркөмөнә әйтәбеҙ? Уҡытыусы ярҙамында яуаптар табыу. 

Дәреслектә ҡағиҙә уҡыу. 

  1. Мәҡәлдәргә һандар ҡуйып таҡтала яҙыу. Егәрленең ҡулы (ете). (Йөҙ) һум аҡсаң булғансы, булһын һинең (йөҙ) дуҫың.

 

  1. Ял минуттары. 

                               Бер-ике – беҙ баҫтыҡ, 

(парталар артынан сығып баҫырға)

     Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ, 

     (ҡул сабырға)

     Аяҡтарҙы бер урында

     Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ.     

     (тыпырлатырға)

     Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,

     (сүгәләргә, баҫырға – ике тапҡыр)

     Инде бер аҙ хәл алдыҡ,

     Тыныс ҡына ултырҙыҡ. 

     (урындарға ултырырға)

  1. Төркөмләп эшләү.

Диалог төҙөү. 

-Һин нисәнсе класта уҡыйһың?

-Һин нисәнсе мәктәптә уҡыйһың?

-Һинең тыуған көнөң ҡасан?

-Һиңә нисә йәш?

  1. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән башҡорт халыҡының ниндәй музыка ҡоралдары менән таныштыҡ?

Ҡурай мөғжизә 2009 йылда үткәрелгән “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” һөҙөмтәһендә ҡурай Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе тип табылды.

Башҡортостандың билдәле ҡурайсылары Салауат Юлаев Байыҡ-Айҙар сәсән Ғата Сөләймәнов Йомабай Иҫәнбаев Ишмулла Дилмөхәмәтов Вәкил Шөғәйепов Ишморат Илбәков Азат Айытҡолов Роберт Юлдашев

Йыл да республикала ҡурай байрамдары ,ҡурай йыйындары үтә.Һәр районда,мәктәптәр ҙә ҡурай түңәрәктәре эшләй . Шулай итеп ҡурайыбыҙ киләсәктә йәшәйәсәк !

Ҡурайҙың заманса яңғырашы Роберт Юлдашевтың исеме республикала ғына түгел, Рәсәй һәм донъя күләмендә лә киң таныулы. Роберт ҡурайҙа башҡорт музыкаһын ғына түгел, рус, татар, сит ил эстрадаһы, классик әҫәрҙәрҙе лә башҡара. Заһир Зәйнетдиновны әйтеп үтергә кәрәк.

 

  1. Өйгә эш — шәхси сайтымды күрһәтеп, 1ҡурайсы тураһында белешмә яҙырға

teacher-bashkirski.jimdofree.com 

  1. Рефлексия
Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары. Ҡурай. Һан. Садриева Айгуль Фардатовна

Следите за новостями в соцсетях

Вконтакте MAX Телеграм Одноклассники

А также подписывайтесь на канал Научно-образовательный вестник «Pedproject.Moscow» в MAX