автор: Ямалтдинова Зимфира Сабгатулловна
Воспитатель МАДОУ «Детский сад №1 «Березка» с. Николо-Березовка»
Фольклорный праздник «Кырк казан» для детей дошкольного возраста
Башкортостан Республикаһының
Краснокама районы муниципаль районының
«Николо — Березовка ауылы «Ҡайынҡай» 1-се Балалар баҡсаһы»
муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһының
Яңы Аҡтанышбаш ауылы төркөмө
«Ҡырҡ ҡаҙан» йыйыны
( Яңы Аҡтанышбаш ауылы балалар баҡсаһының 45-йыллыҡ юбилеена бағышланған һәм сараның беренсе өлөшөндә ҡулланыу өсөн ерле халыҡ байрамын сағылдырған сценарий.
Лариса Абдуллинаның байрамға махсус арнап яҙған шиғырҙары, З.Г.Аминевтың «Урал Батыр эпосы» китабынан аңлатмалар ҡулланылды)
,
Сценарийҙы төҙөүсе : тәрбиәсе
Ямалтдинова Зимфира Сабгатулла ҡыҙы
2023 йыл
Маҡсат: халыҡ байрамдары менән таныштырыу, ерле халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу; телмәр үҫтереү.
Йыһазландырыу: балаларҙың һүрәттәр, әсәйҙәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәләре; балалар баҡсаһының тарихи фотоларынан торған стенд; музыкаль яктан биҙәү, артҡы планда тау итәге күренеше; өс таған, өс ҡаҙан, түбәтәй, сигеүле яулыҡ; уйындарға кәрәкле йыһаҙдар.
Ҡатнашалар: балалар ( 2 — 7 йәш), өс ҡатын.
Иҫкәрмә: байрам барышында айырым төркөм алдан әҙерләнгән уйындарҙа ҡатнаша.
Байрам барышы: талғын ғына башкорт көе яңғырай. Өс ҡатын ҡаҙан тирәһендә ҡайнаша, болонға шаулашып, ҡыҙҙар инә, күлдәктәрен өйөрөлөп күрһәтәләр. Бейешеп әйләнгәндә малайҙар килеп инә.
Ильяс : Ҡыҙҙар, менә һеҙ ҡайҙа икән,саҡ ҡыуып тоттоҡ.
Ҡыҙҙар: Әй, малайҙар,
Ботҡа ашап уҫегеҙ,
Артһын һеҙҙең көсөгөҙ.
Ильяс: Батыр булып уҫербеҙ.
Аһ, ниндәй малай, тип
Ҡыҙыр әле күҙегеҙ!
Ҡыҙҙар: Малайҙар-түбәдәге ҡалайҙар!
Ильяс : Ә ҡыҙҙар?
Ҡыҙҙар: Ә ҡыҙҙар- һауалағы йондоҙҙар!
( балалар ҡатындар янына барып ултыра)
Ильяс: Апайҙар, һаумыһығыҙ. нигә шул тиклем ҡаҙан кәрәк ул?
Зимфира: Һаумы, уҫкәнем. Беҙ ауылыбыҙҙың ҡырҡ ҡаҙан йыйынында аш-һыу өсөн яуаплы апайҙарың.
Рима: Ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы килеп,
Аҫҡандар, ти бында ҡырҡ ҡаҙан.
Һурпа тугелгән уләнгә,
Йыр-моң тугелгән күңелдән-
Яңғырап та торған саф аҙан!
Ҡырыҡ яҡтан бында хәбәр килеп,
Ҡырыҡ илсе борғас ҡырҡ атын.
Ҡырыҡмаса эшен ҡырға ҡуйып,
Доғаларын ҡылған ҡырҡ ҡатын.
Зимфира: Ҡунаҡтар килгән ҡырыҡ тарафтан,
Ҡырҡ ырыуҙан килгән ағалар-
Улар еккән аттың дуғаһына
Хужалары аҡ суҡ тағалар!
Ҡырыҡ төрлө итеп һөйләшкәндәр
Бер милләттең ҡырыҡ балаһы.
Кем маҡтаған тауҙар бейеклеген,
Кем данлаған иркен далаһын,
Кем моңланған ҡара урманым тип,
Кем күлдәрем, тиеп йырлаған.
Ҡырҡ ҡаҙанды ерҙә тотоп торған
Бер тамырҙан булған ҡырҡ таған!
Рәмзия: Гәрәй ырыуының ерҙәрендә
Бик борондан килә был йола.
Ҡырҡ ҡаҙанды аҫҡан дәүерҙәрҙән-
Әлмисаҡтан диҡҡәт ағыла.
Ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы булып,
Ҡырыҡ ырыу булып бөгөн дә
Ҡаҙандарын аҫа вариҫтары
Төп аҫаба булған ерендә . ( Лариса Абдуллина)
Рима: Тау итәгендә, бер урында түгәрәкләп урнашып, йыйын уҙдырғандар, иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндәр.
Рәмзия: Йәрминкә ойошторғандар, күрше ауылдарҙан да ҡаҙандарын тотоп килгәндәр, һәр ауыл үҙенең ҡаҙанын аҫҡан, ә Яңы Аҡтанышбаш ҡырҡлап ҡаҙанда бешергән.
Зимфира: Ауыл халҡы ҡунаҡсыл, шуға ла ризыҡты мул итеп әҙерләгән.
Рима: Йыйын уҙдырыу өсөн ҡайсаҡта туй йә берәй зур ваҡиға сәбәп булған.
Зимфира: Бөгөнгө көн кеүек. Сөнки бөгөн Яңы Аҡтанышбаш ауылы балалар баҡсаһының тыуған көнө. Бынан 45 йыл элек, ауылыбыҙҙың сабыйҙары беренсе тапҡыр моғжизалы йортҡа аяҡ баҫа,уға «Чебурашка» тип иҫем ҡушалар.
Рима: Ай, бытыр-бытыр ботҡа бешә
Уртаһына май төшә.
Рәмзия: Беҙҙеке майһыҙ ҙа бешә-
Ярты ҡаҙан ҡаҙ ите.
Рима: Ә беҙҙең ботҡа тары ярмаһынан
Зимфира: Бар ине, ти бер Нары
Итәгенә төйәгән,ти тары
Бара торғас, йығылды, ти Нары
Итәгенән түгелде, ти тары.
Йыйылды, ти тауыҡ,
Сүпләйҙәр,ти ҡабып.
Зимфира: Балалар, ботҡа бешкәнсе уйнап алығыҙ
(Балалар уртаға сығалар)
Беҙ, беҙ, беҙ инек
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Баҙға төштөк
Май ашаныҡ.
Келәткә индек
Бал ашаныҡ.
Коеға төштөк
Һыу эстек.
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ.
Зимфира: Ә беҙ бишбармаҡ бешерәбеҙ.
(Бишбармаҡ бейеүе)
Балалар: Ҡунаҡтар килде беҙгә,
Иң кәҙерле ҡунаҡтар.
Беҙ уларға тәмле итеп
Әҙерләнек бәлештәр.
Кәбестәнеке лә бар,
Бар ҡурай еләгенән,
Ә арала иң тәмлеһе-
Бешкән ер еләгенән.
Зимфира: Үткән эштәргә йомғаҡ яһағанан һуң, табын ҡоролған, егеттәр батырлыҡта, етеҙлектә көс сынашҡан. Урал батыр Ерҙе әйләнеп сыҡҡан кеүек, түгәрәктән сабайыҡ, ата- бабаларыбыҙҙың ерҙәрен һаҡлайыҡ.
Рима : Малай, малай, маллы бул.
Ҡурҡаҡ булма, батыр бул.
Дошманнарға ҡаршы бар,
Йәйәү барма, атлы бул.
Зимфира: Һай,һай,һай ғына,
Менгән аты тай ғына.
Менгән аты тай ғына ла
Китеп бара йай ғына.
(Ат сабышы, ике малай ҡатнаша, ике ҡыҙ, ҡулъяулыҡ тотоп, ҡаршы алып тора)
Рәмзия: Күрше ауылдарҙан килеүселәр ҙә уйындарҙа ҡатнашҡан, бейеүҙәрен күрһәткән.
Тыпыр- тыпыр тыпырҙашып
Бергә баҫайыҡ әле.
Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп,
Күңел асайыҡ әле.
(Рус бейеүе «Шаярыу»)
Зимфира: Батыр баҫкан ерҙә ип була.
Тыуған илдә тыныслыҡ, бәхет урнаша.
(Ике көрәшсе малай майданға сыға)
Рәмзия: Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ
Рима: Яңы һәм иҫке
Зимфира: Тормош һәм үлем алышыуын сағылдыра көрәш.
Рәмзия: Яҡшылыҡ көстәре яманлыҡ көстәрен еңә, донъяла тәртип барлыҡҡа килә.
(Көрәшселәргә түбәтәй бирелә)
Зимфира: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ.
( Бер көрәшсе малай килгән ҡунаҡтарға баш эйеп күстәнәс илтеп бирә)
Рима: Их, баласаҡ, нурлы саҡ.
Йырлап ҡына торор саҡ.
(Йыр «Моғжизалы баласаҡ»)
( йырҙан һуң 4 бала уртала ҡалып, шиғыр уҡый)
Айша: Бер ҡаҙан, ике ҡаҙан,
Ауылымда ҡырҡ ҡаҙан.
Әнейем баҫҡан намаҙға,
Әтейем әйтә аҙан.
Наилә : Өс ҡаҙан, дүрт ҡаҙан,
Ҡаҙанға тулы майҙан.
Өҫтәлдәр тулы ризыҡтар,
Өҙөлгән юҡ аҡ майҙан.
Амалия: Биш ҡаҙан, алты ҡаҙан,
Ҡунаҡтар килгән ҡайҙан
Аяҙ күк йөҙө һорап,
Ялбарабыҙ Хоҙайҙан.
Ильяс: Ете ҡаҙан,ун ҡаҙан,
Ҡағыҙға бер һүҙ яҙам
Гәрәй әләмен күтәреп,
Майҙандан ғорур уҙам. (Лариса Абдуллина)
Зимфира: Бер башы ергә күмелеп, сайҡалып торған ауыш баганаҙан кем үтә алыр икән, дейеүҙәр менән алышта уларҙы еңеп сыҡҡан, Батыр үткән күпердер бу. Шул күперҙе саф күңелле, иманлы, тәртипле кеше генә үтә ала, тиҙәр.
( ике малай ауыш тактанан үтеп сыға. Бер бала сүлмәк төшөрөп ебәрә, сүлмәк ватыла)
Рима : Берәү үлмәй — берәү көн күрмәй
Рәмзиә : Иске китә — яңы тыуа
Зимфира: Әйҙәгеҙ, балалар сүлмәк ватыш уйнайбыҙ
( уйында өс бала ҡатнаша)
Зимфира: Ҡулдар сабып алҡышларға
Дуҫтар, булығыҙ әҙер.
Бына шулай бейеүсебеҙ
Бейергә төшә хәҙер.
Рима : Ары кайыш кибете,
Бире кайыш кибете.
Ана шулай оҫта баҫа
Аҡтанышбаш егете.
( Ильяс башҡарыуында башҡорт бейеүе «Бөркөт»)
Рәмзиә : Йыйында ҡыҙҙар ҙа уңғанлығын, оҫталығын күрһәткән. Улар төрлө төймәләрҙән, тәңкәләрҙән биҙәктәр төшөрөп, сигеү сиккән.
( балаларзың барыһы ла рус, башҡорт, татар халыҡ көйҙәренән торған попурриға әйлән — бәйлән бейейҙәр һәм теҙелешеп күмәк йырға баҫалар)
Зимфира: Бөгөн байрам, барыбыҙ ҙа шат, әйтерһең, ваҡыт туҡтап ҡалған. Күпме генә йырлап- бейеһәк тә, ҡаҙандағы ризыҡтарҙы ашаһаҡ та, беҙ бер нимәне лә юғалтмайбыҙ — бу байрам шатлығы беҙгә бәхетле мул тормош булып, икеләтә артып ҡайтасаҡ.
( күмәк йыр «Нурлы баласаҡ»)
Зимфира: Тыңлағыҙ, балалар,
Яуыҙға юлдаш булмағыҙ.
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.
Олоно оло итегеҙ,-
Кәңәш алып йөрөгөҙ ,
Кесене кесе итегеҙ,-
Кәңәш биреп йөрөгөҙ!

